Һабантуй – 2023
Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы Һабантуй – беҙҙең өсөн һәр саҡ көтөп алынған ваҡиға. Ул ысын халыҡ байрамы, ниндәй йәштә, ниндәй һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы берләштерә, изгелек, яҡшы кәйеф, дуҫтар, класташтар һәм туғандар менән осрашыуҙар бүләк итә. Ауыл халҡы намыҫлы, тырышып эшләүҙән тыш, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап, күңелле ял итә белеүен дә күрһәтә. Бында йыл һайын аграр секторы хеҙмәткәрҙәренең эшенә йомғаҡ яһала, алдынғы хеҙмәтсәндәр бүләкләнә, иң шәп һыбайлылар, көрәшселәр, төрлө спорт төрҙәрендә иң етеҙҙәр һәм ҡыйыуҙар билдәләнә. Моңло концерт номерҙары башҡарыла. Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба, күңел аса һәм яҡшы тәьҫораттар, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡайта ала.
Һабантуй йәме – тирмәләр. Быйылғы сараға ла ялан буйлап теҙелгән сағыу тирмәләр байрамға йәм өҫтәп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торҙо. Унда булған һәр кем тарихҡа тағы ла байҡау яһамайынса ҡалмай. Шуға күрә оло байрамға йыйылған ҡунаҡтарҙы тирмәләрҙә ҡаршылап, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо тормошо, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырып, милли аш-һыуы менән һыйлап һәм йола байрамдарын күрһәттек…