Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

“Минең әсәйем кем?”

Меңйетәр ауыл мәҙәниәт йорто менән берлектә әҙерләнгән, “Шаяндар” ҡурсаҡ театры коллективы Ф.Ғөбәйҙуллинаның “Минең әсәйем кем?” исемле әкиәтен тәҡдим итәләр. Рәхим итеп ҡарағыҙ!
Минең әсәйем кем?
 Тауыҡ ояһында йомортҡа баҫып ултыра. Ул сип-сип тигән тауыш ишеткәндәй булды. Йомортҡаларын әйләндереп ҡараны. Береһе лә сатнамаған.
Бер йомортҡаның һалам өҫтөнә тәгәрәп төшкәнен күрмәне ҡыҙылҡай. Йомортҡа ҡабығы икегә ярылды. Уның эсенән һап- һары себеш килеп сыҡты.
— Сип-сип, ниндәй матур донъя был! — тине лә һарайҙан сығып китте.
Себеш һап-һары күбәләк күреп ҡалды.
— Әсәйең эргәһенә бар. Юғиһә, аҙашырһың, — тине лә күбәләк осоп китте.
— Кем һуң минең әсәйем? — тип уйға ҡалды себеш.
Себеш ихатала ятҡан быҙау янына килде.
— Ҡара әле! Һин минең әсәйем түгелме ул?
— Мин үҙем дә бәпес кенә әле. Мө-ө-ө!
— Ә ниңә шул тиклем ҙурһың?
— Әсәйем дә ҙур бит минең, — тине быҙау.
Эргәләге таҡта өҫтөндә бесәй ята. Ул ҡояшта ҡыҙына.
— Һин минең әсәйем түгелме? — тип себеш бесәйҙе йоҡонан уятты.
— Мыяу, теләһәң, һинең әсәйең дә була алам. Кил миңә яҡыныраҡ. Тотоп ҡына ҡарайым әле үҙеңде, һылыуҡай, мыяу…
— Уау-уау! — тип ояһынан атылып сыҡты эт. — Алдай ул, ышанма! Һинең әсәйең — ҡыҙыл тауыҡ. Ана, тегендә ҡупырайып торған әтәс — һинең атайың, уау!
Эттең тауышын ишетеп, әтәс тә килеп етте:
— Ки-кри-күк, кикри-күк! Был бесәйҙән зыян кү-үп!
Бесәй ҡурҡып, тупһа аҫтына инеп юғалды. Әтәс һарыҡайҙы кетәк яғына алып китте:
— Әйҙә, улым, әсәйең һине күптән көтә.
Ә унда тауыҡ, йомортҡанан сыҡҡан һап-һары себештәре менән тибенеп, ем сүпләй ине.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.