Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

“Беҙҙең өләсәйҙәребеҙҙең йырҙары” фольклор сәғәте

Башҡорт фольклоры — башҡорт халҡының хеҙмәт, йола һәм көнкүреш йырҙары, әкиәт, легенда-риүәйәт, ҡобайыр, бихисап жанрҙарҙы тәшкил итеүсе халыҡ ижады.
Башҡорт фольклоры быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килеп, быуындан быуынға тапшырыла килгән. Уны ижад итеүселәр һәм халыҡҡа еткереүселәр — сәсәндәр, йырауҙар, халыҡ йырсылары булған.
Башҡорт фольклорының үҙәгендә боронғо башҡорттарҙың тәбиғәткә булған ҡарашы, рухи ҡиммәттәре, уй-кисерештәре, теләк-хыялдары сағылдырылған. Фольклор улар өсөн танып белеү сығанағы ролен үтәгән.
Фольклорҙың төп үҙенсәлектәре булып уның импровизация рәүешендә ижад ителеүе, телдән-телгә күсеп йөрөүе, коллектив рәүештә башҡарылыуы, күп вариантлы булыуы һанала.
Башҡорт фольклорының төп жанрҙары: ҡобайыр, әкиәт, көләмәс, мәҫәл, лаҡап, риүәйәт, легенда, мәҡәл, әйтем, йомаҡ…
Халыҡтың социаль-көнкүреш эшмәкәрлегенә бәйле башҡорт фольклоры йола фольклорына, балалар фольклорына һәм башҡаларға бүлеп йөрөтөлә.

Башҡорттарҙа йыр фольклоры айырыуса бай. Шаян йырҙар, бейеү һәм уйын йырҙары һәр төрлө ял итеү һәм күңел асыу кисәләрен оҙата барған. Башҡорт фольклорында шулай уҡ таҡмаҡтар һәм бәйеттәр киң таралған
Башҡорт халыҡ йырҙары — һүҙҙәре һәм көйө башҡорт халҡы тарафынан ижад ителгән йырҙар.
Йыр — башҡорт музыка сәнғәтенең киң таралған жанрҙарының береһе, халыҡтың борондан килгән тормош юлдашы. Уларҙа тарих дәүерендә булып үткән иң мөһим һәм иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙмаһы, ата-бабаларыбыҙҙың тормош-көнкүреше, быуындан-быуынға күсеп килгән йолалары сағылыш тапҡан. Йырҙарҙа халыҡ үҙенең тыуған илен, батырҙарын данлай, ҡыуанысын һәм шатлығын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата.
Йыр һәр кемдең үҙе менән йәшәй. Уны шатланғанда ла, моңланған саҡта ла, күңел төшһә лә, теләгән ваҡытта, теләгән ерҙә йырларға, һис юғында көйләргә мөмкин. Йыр менән ир-егеттәр яуға киткән, яуҙан ҡайтҡан; туй ваҡыттарында ла, ҡәҙимге мәжлестәрҙә лә иң беренсе булып йыр һәм ҡурай моңо яңғыраған. Халыҡтың үҙе әйткәнсә, йыр күңелгә йыуаныс та, ҡыуаныс та биргән.
Меңйетәр ауыл мәҙәниәт йорто менән берлектә уҙғарылған “Беҙҙең өләсәйҙәребеҙҙең йырҙары” фольклор сәғәте сараһынан күренештәр тәҡдим итәбеҙ.