Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы грант иғлан итә!

​Башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар 200 000 һумға тиклем матди ярҙам алыуға дәғүә итә ала.

​Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телебеҙҙе популярлаштырыуға арналған проекттарҙы матди ярҙам менән тәьмин итергә әҙер.

Конкурстың маҡсаттары:
– башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға, гражданлыҡ башланғыстарына финанс яҡтан тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү;
– Башҡортостан Республикаһы халҡын ижади эшмәкәрлеккә һәм социаль проектлауға йәлеп итеү, шулай уҡ граждандар әүҙемлеген арттырыу.

​Конкурста 18 йәше тулған, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Конкурстың предметы – башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙерге заман халҡын популярлаштырыусы проекттар.

Проекттарҙың йүнәлештәре:
– йәштәр медиаһы;
– IT;
– мәғариф;
– мәҙәниәт;
– фән.

Конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү һәм теркәү 2023 йылдың 1 сентябренән 30 сентябргә тиклем «ГРАНТҠА» темаһын күрһәтеп ойоштороусының proektnagrant2023@mail.ru электрон адресы буйынса ғәмәлгә ашырыла.