Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

Хәлисә Сәғит ҡыҙы Мөҙәрисованың юбилейына арналған осрашыу сараһы

Иглин районының Меңйетәр урта мәктәбендә күренекле шағирә, прозаик, драматург Хәлисә Сәғит ҡыҙы Мөҙәрисованың юбилейына арналған осрашыу сараһы уҙҙы. Сараны Меңйетәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Наил ҡыҙы Ғәлимйәнова һәм Меңйетәр ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо, осрашыу бик юғары кимәлдә уҙҙы. Хәлисә Сәғит ҡыҙы уҡыусыларға һәм килгән ҡунаҡтарға әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. “Аҡ тирмә” өлгөлө башҡорт фольклор коллҽктивы балалары Хәлисә Мөҙәрисованың шиғырҙарын, яҙылған билдәле йырҙарын башҡарҙы, уның әҫәрҙәрен сәхнәләштереп күрһәтте һәм бейеүҙәр бүләк итте.
Хәлисә Сәғит ҡыҙы Мөҙәрисова (Янгирова) 1953 йылдың 25 апрелендә Башҡортостандың Ишембай ҡалаһында тыуа. Баласағы Иглин районы Үктәй ауылында уҙа, ошонда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлап, күрше Нуриман районының Байгилде ауылы мәктәбендә урта белем ала. 1970–1975 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының татар-рус филологияһы бүлеге студенты. Уҡыу йылдарында ныҡлап тороп әҙәби ижад эше менән шөғөлләнә башлай, университеттың «Аҡсарлаҡтар» тип исемләнгән әҙәби ижад түңәрәген етәкләй, Башҡортостан һәм Татарстанда сыҡҡан көндәлек матбуғат баҫмаларында актив яҙыша.
Университетты тамамлағандан һуң, Х.Мөҙәрисова Башҡортостандың Илеш районында – уҡытыусы, 1981–1985 йылдарҙа Нуриман районының Саруа урта мәктәбендә – мәктәп директоры, 2000 йылға тиклем Нуриман район советы башҡарма комитетында секретарь һәм район хакимиәтенең эштәр идаралығы етәксеһе вазифаларын башҡара. 2000 йылдан хаҡлы ялға киткәнсе Х.Мөҙәрисова – Нуриман районының мәҙәниәт бүлеген етәкләй.
Хәлисә Мөҙәрисованың лирик шиғырҙары тупланған «Көмөш даға» исемле беренсе китабы 1982 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә башҡорт телендә сыға. Шул уҡ нәшриәттә «Йәй уртаһы» (1993), «Былтырғы көҙ» (1995), «Балан» (1996) исемле шиғырҙар йыйынтыҡтары донъя күрә. Татарстан китап нәшриәтендә шағирәнең «Шәмәхә төн» (2003) исемле китабы баҫылып сыға. Ул проза әҫәрҙәре – хикәйәләр һәм «Бәйге хаҡы» (2000), «Яр» (2002) исемле повестар авторы булараҡ та китап һөйөүселәргә таныш.
Хәлисә Мөҙәрисова – 1993 йылдан Татарстан Яҙыусылар берлеге ағзаһы.
2000-се йылда шағирә Башҡортостан Республикаһының профсоюздар Федерацияһы комитеты вәкиле, Рәсәй профсоюзының бишенсе съезы делегаты.
Хәлисә Мөҙәрисованың исеме халыҡ яратып башҡарған күп кенә йыр текстары авторы булараҡ та әҙәбиәт һәм сәнғәт һөйөүселәре араһында киң билдәле. Роза Сәхәүетдинова, Нур Дауытов, Луиза Хәйретдинова, Салауат Низаметдинов һәм башҡа композиторҙар менән ижади бәйләнеш күркәм нәтижәләр бирә. “Ваҡыт” шиғырына яҙылған йыр өсөн “Гәлсәр һандуғас” премияһына лайыҡ була.
2003 йылдың 26 апрелендә Хәлисә Сәғит ҡыҙы Мөҙәрисоваға мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелә.