Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

Меңйетәр ауылы тарихы

Меңйетәр ауылы үҙ дәүерендә төрлө исемдәр менән йөрөтөлгән: Меңләр, Мең Атйетәр, Меңйетәр, Иҫке Мең. Һуңғы ваҡытта – Меңйетәр ауылы. Ауылға бирелгән һәр исемдең үҙенең тарихы бар. Меңләр ауылы тип, боронғораҡ осорҙа атап йөрөтөлгән булһа кәрәк, сөнки Бүләкәй Көҙәй волосына ҡараған башҡорт ауылдарында хәҙер ҙә олораҡ кешеләр Меңләр тип өндәшәләр. Мәҫәлән: “Меңләр килгән икән”, йәки “Меңләр ни эшләп кенә яталар, иҫән-һауҙармы?” – тип һаулыҡ һорашалар. Нуғай даруғаһы Мең волосында Атйетәр ауылы башҡорттарының 1738 йылда (икенсе сығанаҡтар буйынса 1591 йылда) йәшәүе билдәле. Атйетәр ауылы, аҙаҡ Мең Атйетәр, Мең волосынан икәнлеген аңлатҡан, ә бөгөн Меңйетәр ауылы. “Атйетәр ауылы Меңләр булып та йөрөй. Меңләр тигән исеме тәүгеһе була. Ауылдың Атйетәр исеме антропонимдан барлыҡҡа килә. 1832 йылда был ауылға нигеҙ һалыусының улы поход старшинаһы Ғәйнулла Атйетәров йәшәй”.
Ауыл халҡы күберәк йылҡысылыҡ, малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Башҡа милләт кешеләре күсеп килгәс, игенселек менән дә көн итә башлай. Яҙ көнө ерҙәр ҡарҙан асыла башлау менән малдарын йәйләүҙәргә ҡыуа, улар ҡар тәрәнәйгәнсе шунда йөрөй, көндәр ныҡ һыуыта башлағас ҡына аттарын ауылға алып ҡайта.
Меңйетәр кешеләре 1812 йылғы Ватан һуғышында ла ҡатнаша. Поход старшинаһы Ҡаранай Искәндәров был һуғышта батырлыҡ күрһәткән өсөн батшаның Изге Георгий Тәреһе ордены менән бүләкләнә.

Меңйетәр ауылының тирә-яҡ тарихи атамалары
Ғафар, Кашбулла, Мәғәлим, Дәүләтбай, Ғирфан, Әхтәри, Филаҡай (Ғиләжетдин), Ғәйнулла баҫыуҙары, Ғәли туғайы, Зәйҙулла, Муса, Моҙай сабынлыҡтары, Хәйретдин, Хафиз умарталыҡтары, бик күп ботамалар барлыҡҡа килә. Иң ҙур ашлыҡ баҫыуҙар: Шишмә, Шәрәй, Кәзә, Ҡарағай, Инвалид, Таулы күл, Бүләк аҫты һәм Һартал. Кәзә баҫыуына йәй еткән һайын кешеләр үҙҙәренең кәзәләрен ебәрә. Йәй буйы ашап, үрсеп, һимергәс, көҙ көнө уларҙы алып ҡайта.
Әле лә Йәйләү йылғаһы тигән йылға бар. Ваҡытында уның тирә-яғында ҡуйы урманлыҡ була. Ул ҡоромаған, хәҙер йәй эҫе килгәндә ҡорой, ағастары ла юҡ тип әйтерлек. Унан алыҫ түгел Һалҡын шишмә ағып ята. Элек уның эргәһенән генә оло юл үткән була. Юлаусылар ошонда туҡтап, аттарын ашата, үҙҙәре йоҡлап, ашап-эсеп ял иткәс, юлдарын дауам итә. Шунан алыҫ түгел Упҡанлы күл (Провальная) бар, олатайҙарҙың әйтеүе буйынса, уның эргәһендәге яландар, болондар, урмандар Мең улусына ҡараған Меңйетәр һәм Ҡарашиҙе ерҙәре була, һуңынан Комаров һәм Тужилов тигән урыҫ баярҙары ҡулына күсә. Ҡайһы бер оло кешеләр был ерҙәрҙе Бояр ере тип йөрөтә. Мәрхиә шишмәһе, урман эсендә Сафа шишмә, Ҡазан шишмәһе (Ҡәфиә ҡаҙып ҡазан ултырта), Мүк күле бар.

Ауыл исеме легендалары, тарихи мәғлүмәттәр
“Ауыл эргәһендәге ерҙәрҙе яулап алғанда атлы һуғышсылар ҡатнашҡан икән, шунан ауылға Мең Атйетәр тигән исем бирелә, имеш.”
“1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, батша чиновниктары һуғышҡа ат һорап килә. Ауыл кешеләре: ”Беҙҙең волостан һеҙгә мең ат етерме?” – тип һорай. Улар риза була. Шунан ауылға Мең Атйетәр исеме ҡушыла, ти.”
Иҫке Мең. Ауыл кешеләре 1900 йылдар тирәһендә хәҙерге Благовещен районына ҡараған ерҙәргә күсеп ултыра. Унда Яңы Мең, Урта Мең, Шишмә ауылдарына нигеҙ һалына. Мең ауылдары күп булып киткәнлектән, Меңйетәр ауылын Иҫке Мең тип йөрөтә башлайҙар. Һуңғы йылдарҙа был ауыл рәсми доументтарҙа Меңйетәр тип яҙыла.
Меңйетәрҙәрҙең Иҫке йорто – 1600, ә әлеге ауыл 1780 йылдар тирәһендә нигеҙләнгән була. 1963 йылда ауыл тарихын бик яҡшы белгән 80 йәштәрҙән уҙған Нухов Әбелхәйер олатай ошоларҙы һөйләй: “Минең олатайым ғаиләһе менән Дим йылғаһы тирәһендә йәшәй. Мең волосы барлыҡҡа килгәс, улар Ҡариҙел йылғаһы эргәһендәге Иҫке Ҡарғалы ауылына күсеп килә. Бында оҙаҡ йәшәмәй, сөнки күрше ырыуҙар йылға буйлап килеп, уларҙың малдарын, мөлкәттәрен талап алып китә, был ерҙәргә типтәрҙәр килә башлай. Тәүҙә аҫаба башҡорттар уларға ерҙәрен биреп, яһаҡ түләтә. Типтәрҙәр күбәйеп киткәс, яһаҡ түләүҙән баш тартып, башҡорттарҙы ҡыҫа башлай. Уларға был урында йәшәү өсөн шарттар булмай башлай. Шунан башҡорттар үҙ ерҙәрен һаҡлап ҡалырғамы, йәки ташлап китергәме? – тип кәңәш ҡора. Һуңынан был төбәкте ташлап китергә, тигән фекергә килә. Үҙҙәренең арттарынан эҙәрлекләп килмәһендәр өсөн, ҡатын-ҡыҙҙарға һыйыр малдарының арҡаларына йорт кәрәк-яраҡтарын йөкмәп, Ҡариҙелдең түбән ағымына – Лабау йылғаһына тиклем барырға, һуңынан был йылға буйлап көнсығышҡа боролорға ҡуша. Ир-аттар икенсе юл менән урмандар аша хәҙерге Иҫке йорт тип йөрөтөлгән урынға килеп туҡтай. Уларҙы бындағы тигеҙлек, уңдырышлы тупраҡ, урмандағы йәнлектәр, еләк-емеш, тулы һыулы Лабау йылғаһындағы төрлө балыҡтар, мал аҫрау өсөн болонлоҡтар йәлеп итә һәм ошо урынды төйәк итә”, – ти. Меңйетәр кешеләре аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалырға тырыша. Ҡарғалы (Бикмырҙа) ауылы эргәһендәге сабынлыҡтарҙы, урмандарҙы типтәрҙәргә тик һатып ҡына бирә. Был хәл Күҙәй кантоны барлыҡҡа килгәс тә дауам итә. Бының менән Бикмырҙа кешеләре риза булмай, шуның өсөн ике арала талаш-тартыштар килеп сыға, ҡайһы саҡта һуғышҡа тиклем барып етә. Оло кешеләрҙең шундай хәл-ваҡиғаларҙы һөйләгәнен ишеткән бар: “Бикмырҙа ауылы эргәһенән генә землемер межа ярып үткәс, ағас бағана ултырттыра, уның төбөнә янған күмер һалдыра – был сикте белдерә. Бер Бикмырҙа кешеһе ошо бағана ултыртылған урынға мунсаһын һала. Меңйетәр кешеләре был турала землемерға ялыу менән бара һәм был урынды ҡарарға саҡыра. Ул картаһынан ҡарап, мунса урынын күрһәтә, һүтеп ҡараһалар, ләүкә аҫтында бағананың күмерен табалар”. Был ваҡиғаны Әхмәтша Дәүләтшин (1893-1961) һөйләй: “Элек Бикмырҙа ауылы эргәһендәге бесәнлектәрҙе уларға һата торғайныҡ. Бер нисә йыл үҙебәҙгә сабып алдыҡ. Ауыл халҡы ризаһыҙлыҡ белдерә, төрлө янауҙар менән ҡурҡытырға тырыша. Шулай 6 ат менән бесән алып ҡайтып килә инек, урам эсенә ингәс, бер Бикмырҙа кешеһе бесән тейәлгән йөктөң арҡанына балта менән саба. Был хәл беҙҙең асыуҙы килтерә. Халыҡ зыҡ ҡуба башлай: “Икенсе беҙҙең эргәләге бесәнде сапмағыҙ, ул беҙҙең бесәнлек”, – тип ҡысҡырыша. Ҡайһы берҙәре балталар күтәреп сыға. Шул мәлде бер кеше ат менән утын алып ҡайтып килә, лесник Кәлимуллин Тимербулат уны туҡтата. Бер кеше ҡапҡаһынан йүгереп сығы ла Тимербулаттың яңағына балта менән саба. Утын тейәлгән сананың арҡанын сабып өҙөп, күҫәктәр менән һуғыша башланыҡ. Ике арала ла яраланыусылар була. Беҙҙе үҙебеҙҙең бесәнебеҙ менән милиция ҡулға алып, ябып ҡуя. Биш көндән һуң ғына аҡланып сығаралар. 6 йөк бесәндән 2 йөк кенә ҡала. Бындай хәлдәр башҡорт урманын һорауһыҙ киҫкән ваҡыттарҙа ла йыш була”.

Лабау йылғаһы
Был йылға үҙенең оҙонлоғо менән башҡа йылғаларҙан әллә ни айырылмай. Уның ҙур ҡушылдығы булып, Нуриман районы биләмәләренән ағып сыҡҡан Бәржәү йылғаһы тора, артабан Ҡайнатҡан, Ташйылға һәм башҡа урман йылғалары килеп ҡушыла. Лабау йылғаһы хәҙерге Яңы Троицк ауылы эргәһенән башлана, уның буйына Таутөмән, Көршәкәү, Ҡомло Лабау, Һарт Лабау һәм Меңйетәр ауылдары урынлаша. Һыуы әскелт, әҙерәк кенә тоҙло, мал яратып эсә, кешегә эсергә яраҡһыҙ. “Лабау” һүҙен профессор Рәшит Шәкүр былай аңлата: “уның нигеҙендә һинд-европа телдәрендәге “Лоб” – “аҡ”, “таҙа”, йә иран телендәге “Лаб” – “яр” һүҙҙәре ята”. Тимәк уның һыуы күп, таҙа һәм аҡ, тип әйтеп була. Шуның өсөн унда һыу тирмәндәре төҙөлә. Оло кешеләрҙең һөйләүенсә, Һарт-Лабау ауылында, Меңйетәр ауылы эргәһендә Шакир тирмәне, аҙыраҡ түбәндәрәк Йәфрән тирмәне, Яңы тирмән була.
Әле лә уларҙың нигеҙе, буралары тороп ҡалған. Игенде тирмәндә тарттырыу өсөн Иҙел аръяғындағы ауылдарҙан да кешеләр килә. Ҡариҙел йылғаһы аша паром менән сыға. Хәҙерге көндә был урынды халыҡ араһында “перәүәз (перевоз) ауыҙы” тигән исем менән йөрөтәләр. Лабау йылғаһы балыҡҡа бик бай була. Унда ҡайһы бер бәләкәй йылғаларҙа осрамай торған ҡара балыҡтар, йәйендәр була. Ләкин колхоздар ойошторолғас, уның буйында эре мал фермалары, яғыулыҡ-майлау келәттәре, силос һалыу өсөн траншеялар төҙөлә. Шуның һөҙөмтәһендә таҙа һыу яратыусы балыҡтарға ҙур зыян килә. Йылға буйындағы ағастар химик утау һөҙөмтәһендә, мал көтөүлектәре – уларҙы ҡороталар, силос траншеяларындағы бысраҡ һыуҙарҙы йылғаға ағыҙалар, төрлө шартлатҡыс матдәләр ҡулланалар, ҙур нефть торбаларын тишеп, йылғаға ағыҙалар. Шулай итеп йылғалағы тереклектәрҙе юҡ итәләр. Элек йылғаның һәр урынында билдәле кешеләр балыҡ тота ине. Тирмән эргәһендә Косинцов Михаил, унан өҫтә Әхмәтшин Дәүләтшәләр балыҡсылай.

“Әүлиә” шишмәһе
“Борон-борон заманда урман ситендә атаһы менән Әүлиә исемле ҡыҙ йәшәй. Бер ваҡыт атай кеше ауырып түшәккә йығыла. Атаһының хәле көндән-көн мөшкөлләнә. Ҡыҙ, бик ныҡ ҡайғырып, ни эшләргә белмәй, урамдан китеп барғанда бер ят тауыш ҡолағына салына: “Әүлиә, мин һинең ҙур ҡайғыңды беләм. Атайыңды һауыҡтырыр өсөн һин мәңгелеккә шишмәгә әүерелергә тейешһең”. Әүлиә, әллә ни уйлап та тормай, ризалаша. Һыуҙы алып ҡайтып атаһына эсерә. Атаһы һауыға, ә үҙе шишмәгә әүерелә. Саф һыулы шифалы шишмә халыҡты бөгөнгө көндә лә төрлө сирҙәрҙән дауалай, һыуһынын ҡандыра.”
Әүлиә шишмәһе ауыл янындағы тау башында ер аҫтынан урғылып сығып ята. Уны аҡһаҡалдар белеп ҡалып, ямғыр һыуы ағып төшмәһен өсөн, өҫтөн ҡаплап ҡуя. Йәш ҡыҙҙар шишмәнән һыу ташый. Үтеп барыусы һәр бер кеше уның тәмле, татлы, тәнгә рәхәтлек биргән һалҡын һыуын эсеп китер була. Шишмә үҙенең һыуын изге кешеләргә генә бирә. Ҡара эсле, һалҡын йөрәкле кешеләр һыу эсергә килһә, шишмә ҡорор була. Әүлиә шишмәһенең эйәһе табиптарға ғына күренә, ә улар унан һорап ҡына һыу ала. Шуның өсөн уны Әүлиә шишмәһе тип тә, Изгеләр шишмәһе лә тип атайҙар. Ҡояш байығас Әүлиә шишмәһенә һыуға барырға ярамай, сөнки был ваҡытта уның эйәһе сыға. Шишмә эйһе еҙ төҫтәге ҙур баҡа рәүешендә, ти. Шишмә һыуын тик аҙыҡ, аш-һыу әҙерләү өсөн генә ҡулланалар, мунсала йыуыныу өсөн ҡулланырға ярамай.
“Әүлиә” шишмәһе тау башында, унда ҡолас етмәҫ имән һәм ҡайын ағастары үҫкән була. Һыуға тик ирҙәр генә йылғаны кисеп, ат менән килә. Урман ҡуйы ағастар менән ҡапланғанлыҡтан, унда төрлө йыртҡыс хайуандар күп була. Меңйетәр ауылына килен булып төшкән Әхмәтйәнова Фатима (1880-1967) һөйләгәне: “Әүлиә шишмәһе эргәһендәге тау башында бик йыуан ағастарҙың төптәре бар ине. Унда оҙон булып ҡаҙаяҡ үләндәре үҫә. Улар араһынан малдарҙы саҡ эҙләп таба инек. Беҙҙең шишмәнән алыҫ түгел соҡорҙа шайтан бар, тип ҡурҡытырҙар ине. Хәҙер ҙә был соҡор бар. Уны шулай атап йөрөтәләр”.

“Шайтан соҡоро” легендаһы
Кешеләр аттарын яланға ебәрһәләр, өйөр айғырҙары һәр көндө манма һыуға батып, тирләп ҡайталар икән. Халыҡ араһында, был тирәлә шайтан бар, тигән һүҙ тарала. Ул аттарҙы тотоп, һыбай йөрөй икән, кискә табан ғына аттан төшә, шуға күрә өйөр айғырҙары арып ҡайта. Ауыл ҡарттары ҡайын туҙын ҡайнатып, һағыҙ эшләйҙәр һәм өйөр айғырының һыртына буяп ебәрәләр. Шайтан атҡа менеү менән һағыҙға йәбешә, кис көнө ат менән ауылға ҡайта. Уның бер генә күҙе бар, ул да булһа елкәһе яғында ғына, шуға ул атҡа арты менән ултыра икән. Шайтан соҡоро
Шайтанды сыбыртҡылап бик ҡаты туҡмайҙар, ул урманға ҡаса. Шунан һуң шайтанды был тирәлә күргән кеше булмай, ә соҡорҙоң исеме ҡала.

“Ҡоростай төпкөлө” легендаһы
Туғайҙа башҡорттар йәйләүе урынлашҡан. Һәр йәй һайын ата-бабайҙар йәйләүгә күсер була. Йәйләү юлында ҙур төпкөл, батҡылыҡлы соҡорҙар күп. Ошо соҡорҙарҙың береһендә, тап Әрҙәш яланына ингән урында, ауылдың матур, шәп тайы ошо соҡор аша сыҡҡанда батып үлә. Ул тайҙың исеме “Ҡоростай” була. Ошонан бирле был соҡор “Ҡоростай соҡоро” тип атала. Бынан тыш, был йәйләүҙә кешеләргә саф, таҙа һыу табып биргән олатай хөрмәтенә аталған шишмә – “Сираҡай шишмәһе”, шул тирәлә йәшәгән ҡарт исеме – “Талип тирәге”, “Ҡуҙғалаҡ яланы”, “Тәмәке яланы” тип аталған тарихи исемдәр бик күп. Туғай буйҙары тирәһендә “Бурһыған (бурҫыған) юлы” бар. Закир Хәсәнов Лабау йылғаһы аша күпер һала, уны аҙаҡ Закир күпере тип атайҙар.