Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.
Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә.
Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен. Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын. “Туған тел!» һүҙе беҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз булһын! Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен. Телебеҙ беҙҙе берләштерһен!
Башҡорт теле – беҙҙең әсә телебеҙ. Уның моңо, көсө һәм ҡеүәте, шиғри биҙәге һәм тапҡырлығы, булат ҡылыстай үткерлеге, күркәм яңғырашы беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән. 14 декабрь Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән «Башҡорт теле көнө» тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы Меңйетәр ауыл моделле китапханаһында, ауыл мәҙәниәт йорто менән берлектә, башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереү маҡсаты менән 2-се синыф (етәксеһе Гибадуллина Р.Р) балалары өсөн “Әкиәт иленә сәйәхәт” исемле әҙәби сара ойошторолдо. Сара барышында башҡорт телендә әкиәттәр уҡып, йомаҡтар сисеп, мәҡәлдәр әйтеп, бик күп әкиәт геройҙарын иҫкә төшөрөп сәйәхәтебеҙҙең аҙағына ла килеп еттек. Балалар әкиәт сәхнәләштереп, үҙҙәренең актер һәләтен дә күрһәтеп алдылар.