Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

“Сәскә ат, тыуған илем Башҡортостан!” шиғриәт сәғәте

Башҡортостаным-минең тыуған ерем,
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз төйәгем.
Гүзәлдәрҙән-гүзәл ошо ерҙә
Йәшәү-минең барлыҡ теләгем.
Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил үҙенең тауҙары, бер ил үҙенең далалары, өсөнсөһө һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостан шуларҙың барыһы менән дә мәшһүр…
Башҡортостан…Ошо яғымлы һүҙҙе әйтеү менән ҡолаҡ төбөндә ҡурай моңо, сая бөркөт саңҡылдауы, ат тояҡтары тауышы  ишетелеп ҡалғандай була.Тәбиғәте күркәм, йәмле тыуған республикабыҙҙың. Йырлап аҡҡан шишмәләр, һалҡын һыулы йылғалар, һырт бирмәҫ ҡаялар, мәғрүр тауҙар, зәңгәрһыу күлдәр, ҡош-ҡортҡа бай урмандар, һабантуйҙар гөрләр аҡландар, ҡымыҙ еҫе һеңгән уйсан далалар, ауылдар һәм ҡалалар – һәммәһе лә уның биҙәге, ҡабатланмаҫ йәме.Борон ата-бабаларыбыҙ Ер шарының иҫ киткес гүзәл урынын һайлап, үҙ иткән һәм шунда төбәкләнеп ҡалған.
Урал… был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан ташҡа һикереп аҡҡан һалҡын шишмәләр, сәскәле аҡландар, таҫма-таҫма булып һуҙылған тау юлдары килеп баҫа.
Урал… унан көс алып, урау-урау юлдар үтеп, беҙҙең данлыҡлы Ағиҙелебеҙ, тынғыһыҙ, етеҙ Ҡариҙелебеҙ киң далаларға ашыға.
Уралдың йөрәгенә күҙ һалайыҡ. Ниндәй генә хазиналар юҡ унда! Алтын һәм баҡыр, тимер һәм аҫыл таштар, нефть һәм күмер…
Башҡортостаныбыҙ үҙенең тәбиғәте, файҙалы ҡаҙылмалары һәм тырыш халҡы менән дан тота. Ул күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғылар рәтенә ингән, Рәсәйҙең ҡеүәтле төбәктәренең береһе. Беҙҙең республикала халҡыбыҙ берҙәм һәм татыу йәшәй, илебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индерә. Беҙ уның бай тарихы һәм ҡаҙаныштары менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Ошо ҡаҙаныштарҙы артабан да һаҡларға һәм киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ.
Башҡортостан – беҙҙең тыуған төйәгебеҙ. Башҡортостан – башҡорт иле тигән һүҙ. Бында борон-борондан башҡорттар йәшәгән һәм йәшәй. Башҡортостандың иң ҙур байлығы – уның халҡы. Башҡорттар – киң күңелле халыҡ. Улар электән үҙ ерҙәрендә урыҫтарҙы, татарҙарҙы, сыуаштарҙы, удмурттарҙы, мариҙарҙы һәм башҡа халыҡтарҙы һыйындырған. Уларҙың бөтәһе менән дә дуҫ йәшәй. Киләсәктә лә ошо күркәм илдең ҡәҙерен белеп, татыулыҡта, дуҫлыҡта йәшәйек.
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһында Тыуған илебеҙ – Башҡортостаныбыҙ, уның гүзәл тәбиғәте, киң күңелле халҡы, яғымлы, моңло теле, һоҡланып бөтә алмаҫлыҡ матурлығы, байлығына арналған “Сәскә ат, тыуған илем Башҡортостан!” шиғриәт сәғәте  уҙҙы.