Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

«Ҡарға бутҡаһы» байрамы

Бөгөн Иглин районы Меңйетәр ауылында республика күмәлендә «Ҡарға бутҡаһы» байрамы уҙҙы.
Элекке замандарҙа кешеләр яҙҙы үҙҙәренең ҡанат остарында ҡарғалар алып ҡайта тип иҫәпләгән. Шуға, улар хөрмәтенә «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторғандар. Уны яҙғы-баҫыу эштәре башланыр алдынан уҙғарғандар, сөнки байрамдың маҡсаты уңыш бай һәм мул булһын өсөн ҡоштарҙы ашатып, уларҙы үҙ яҡтарына ауҙарыуға ҡайтып ҡалған.
Бер аҙ үҙгәртелгән был йола беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Төрлө ваҡытта ойошторолоуға ҡарамаҫтан, уның төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡалған.
Ҡаҙанда бутҡа бешкән арала байрамда ҡатнашыусылар төрлө уйындар, ярыштар ойоштороп, үҙ-ара көс һынашҡан. Ярыштар араһында көйәнтә менән һыу ташыу, арҡан тартышыу, ҡашыҡҡа йомортҡа һалып уҙышыу һәм башҡалар булған. Олоһо ла, кесеһе лә үҙҙәренең таҫыллығын, йылғырлығын, һәләтен, оҫталығын күрһәтеп ҡалырға тырышҡан. Шулай уҡ күмәкләшеп йырҙар йырлап, бейешеп, таҡмаҡтар әйтешеп, күңел асҡандар.
Ул арала хуш еҫле бутҡа ла бешеп сыға.Үләнгә йәйелгән ашъяулыҡ өҫтөнә тәмле бутҡа һәм самауыр ҡуйылғас, бөтәһе лә табынға ултырышҡан. Йола буйынса бутҡаның беренсе тәрилкәһен илдә тыныслыҡ һәм мул уңыштар булһын тигән теләктәр менән – ергә, бөтә тереклекте лә һаҡларға ярҙам итһен тигән теләк менән икенсеһен – һыуға, ҡояшлы һәм ямғырлы көндәр үҙ ваҡытында килһен тигән теләк менән өсөнсө тәрилкәне һауаға атап һалғандар. Тик шунан һуң ғына бутҡаны табындағыларға таратҡандар. Ә улар таралышҡанда инде: «Тәмле бутҡа килтерҙек беҙ, һыйланығыҙ, ҡарғалар! Баҫыуҙар уңышҡа тулһын, теләгеҙ һеҙ ямғырҙар!», – тигән теләктәр әйтеп, ҡалған бутҡаны ҡоштарға һалып сыҡҡандар.