Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

Башкирский обрядовый праздник «Кукушкин чай»

Башкирский обрядовый праздник «Кукушкин чай» пришел из глубины веков и относится к обрядам весенне-летнего периода. .
Участники башкирского образцового фольклорного ансамбля «Ак тирмә» познакомили зрителей с обычаями праздника. Они рассказали легенду-сказку о кукушке, ознакомили с народными поверьями, связанными с повадками кукушки. Были проведены народные игры, различные конкурсы. В конце праздника участники, обращаясь к природе и птицам, загадали и произнесли свои пожелания с просьбой об изобилии и благополучии.
В конце праздника всех участников угостили чаем из самовара.
Кәкүк сәйе – борондан килгән матур йола. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә. Кәкүк – башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – Кәкүк сәйе йолаһы үткәрелгән. Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыға. Иртәгә кәкүк сәйенә сығабыҙ тигән көндө малайҙар, өйҙән өйгә йөрөп, аҙыҡ-түлек, һый йыя. Уларға хужабикәләр тәм-том, төрлө ризыҡтар биреп сығара, ошо ризыҡтан байрам табыны ҡорола, самауыр ҡайнатып сәй әҙерләнә. Аш-һыу әҙер булғансы, йәш-елкенсәк бейеү, уйын-көлкө ойоштора. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡый, күрәҙәлек ҡыла. Аштан һуң уйын яңынан башлана. Был юлы сиратлашып кәкүктән йәш һорайҙар, кәкүккә арнап сығарылған йырҙар башҡарып ярышалар. Балалар, ҡулдарын өҫкә күтәреп, кәкүк булып ҡысҡыра. Ҡайтыр саҡта табындан ҡалған ашамлыҡтарҙы, теләнә-теләнә, ағас аҫтына ҡалдыралар.
Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда,
Саҡырһаңсы ағас башында.
Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда –
Хәсрәт кенә бирмә башыма!