Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

АҠ ЮЛ ҺЕҘГӘ!

Мәктәптә һынатманығыҙ,
Һәр яҡтан булдығыҙ өлгө,
Хәҙер тағы юғарыраҡ
Уҡыу йорто көтә һеҙҙе.

Һәр кем үҙе теләгенә,
Маҡсатына юлдар алды,
Тормошонда алға барыр
Һуҡмағын да үҙе һалды.

Һеҙҙең атлап барған һуҡмаҡ
Алып сыҡһын ҙур юлдарға,
Атай-әсәй һәм туғандар
Оҙатып ҡала уҡырға.

Уҡытыусыларығыҙ ҙа
Шатлыҡ йәшен бөгөн һөртә,
Һеҙгә тәрбиә биргәндәр
Ғорурлыҡ хисе йөрөтә.

Олатайҙар, өләсәйҙәр
Һөйөнөшөп ҡыуаналар,
Кәңәш биреп, доға уҡып
Һеҙгә ҡарап йыуаналар.

Һеҙҙең ҡулда илебеҙ һәм
Милләтебеҙ киләсәге,
Һеҙ бит беҙҙең халҡыбыҙҙың
Бөрөләнгән гөл-сәсәге.

Тырышып белем алығыҙ,
Ҡайтырһығыҙ белгес булып,
Ә беҙ һеҙҙе тыуған яҡта
Көтөп алырбыҙ һағынып.

Бисмилләле аҡ юл һеҙгә
Иҫән-һау ғына йөрөгөҙ,
Оҙатып өйҙә ҡалһаҡ та
Һеҙҙең менән күңелебеҙ!
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ