Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

Милли кейем көнө

#МиллиКейемКөнө2022 #ДеньНациональногоКостюма2022
Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙенең тарихы, йолалары, милли кейемдәре. Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, үҫеп килгән быуынға   йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата. Милли костюм – ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе. Ул – халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы  быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы.

Милли кейем, эй килешә
Олоға, кесегә лә,
Сылтыр тәңкә, нағыш биҙәк
Рух өҫтәй йөрәктәргә!