Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

Башҡорт халҡының йолалары.

Ғүмерҙең, йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө һәр кемдән билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итә. Әҙәмдең һәр аҙымы, хатта ниәт-маҡсаттары ла әүәл-әүәлдән ҡанундарға яраҡлаштырылған. Улар бөтә кешегә лә фарыз иҫәпләнгән. Ана шуны йола, йола үтәү, йола атҡарыу тейҙәр. Кешеләр борон-борондан тәбиғәт күренештәренә, физик һәм физиологик үҙгәрештәргә, ғаиләлә, йәмғиәттә булып ятҡан хәлдәргә үҙҙәре теләгәнсә йоғонто яһарға тырышҡан. Шул ынтылыштар ҙа фарыз ҡағиҙәләр тыуыуына сәбәпсе булған. Тимәк улар ҙа – йола күренештәре. Йолалар кеше аңын мифологик ҡараштар биләгән тәүтормош дәүерҙәрендә үк барлыҡҡа килә башлаған. Йола атҡарғанда, көйләнә, һөйләнә торған теҙмә һәм сәсмә телмәр өлгөләрен, ғәҙәттә, йола фольклоры тип йөрөтәләр.
Башҡорт халыҡ йола ижады быуаттар буйы халыҡтың тормош-көнкүрешен, күңел, рух булмышының ыңғай, камил йәшәйешен тәьмин иткән боронғо мираҫ. Йолаларыбыҙ иман нуры булып балҡыһын, рух сафландырыр аманат булып ҡайтһын.

Биренән һаҡланыу.
Бире бигерәк тә йәш балалар менән булышырға ярата. Шуға күрә, бире эйәләмәһен тип, баланың сәңгелдәгенә Ҡөрьән бите һалалар. Ҡыҙ баланың ҡулына ҡыҙыл мунсаҡ, ә малайҙың ҡулына күк һүренте еп бәйләйҙәр. Исем ҡушылмаған баланы бире алмаштыра. Шуға, исем ҡуштырмайынса, уның яңғыҙын ташлап ҡалдырмайҙар.

БИШЕК ТУЙЫ.
Ике ғаилә, үҙ-ара туғанлашыу-дуҫлашыу ниәтенән, тыуасаҡ балаларын йәрәштерергә һүҙ бирешәләр. Береһенең ҡыҙы, икенсеһенең улы тыуһа, бишек туйы үткәреү ваҡытын тәғәйенләйҙәр. Ғәҙәттә, туй балалар тыуыуына ҡырҡ көн тулғанда уҙғарыла. Исем ҡушыу йолаһы ла ошо туйҙа үткәрелә. Бығаса баланы тәүге исеме менән генә исемләп йөрөтәләр. Бишек туйы ҡыҙ атаһы йортонда үтә. Балаларҙың ата-әсәләре сит ырыуҙан абруйлы кешеләрҙе ҡиәмәтлек ата-әсә итеп һайлайҙар, уларҙы туйға саҡыралар. Ҡиәмәтлек ата-әсә булыу хөрмәтле һәм изге эш иҫәпләнгән. Бишек туйында ике яҡ бер-береһенә бүләк бирешә. Шулай уҡ ҡиәмәтлек ата-әсәгә, килгән әбей-һәбейҙәргә бүләктәр бирелә. Йәрәшеү билдәһе итеп, ике яҡ бер туҫтаҡтан ҡымыҙ эсә. Был йола бата эсеү тип атала. Шунан сабыйҙарҙан бер-береһенән ҡолаҡтарын тешләтәләр. Әбейҙәр әйтә:
— Ир бала ла ирәбе
— Атаһынан ҡот ейгән.
Ҡыҙ бала ла ирәбе
— Әсәһенән һөт имгән.
Собханалла , машалла!
Яман күҙҙән һаҡлаһын,
Яман артаҡтан һиҫкәнмәй,
Батырҙарса йоҡлаһын.
Беҙ — ҡиәмәт
Көсөк күлдәк ташлатып,
Яңы күлдәк бесәбеҙ.
Шулай бишек туйы уйын-көлкө менән уҙғарылған бер байрам төҫөн ала.

Ололарға хөрмәт.
Башҡорт ғаиләләрендә олатай һәм оләсәйҙәргә айырым ихтирам күрһәткәндәр. Башҡорттар ата-бабаларының исемдәрен ете быуынға тиклем белергә тейеш, тип иҫәпләнгән. Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, төрлө байрамдар ойоштороу, көсөргәнешле хәлдәрҙе көйләп ебәреү һ.б. ололар өлөшөнә төшкән. Йәштәр һәр эштең уңышлы барып сығырына уларҙан фатиха алған.
Үлгәндәрҙе иҫкә алыу, ерләү.
Мосолман диненә ярашлы, үлгән кешенең тәнен туғандары ҡәҙер-хөрмәт менән шул көндә үк, йә икенсе көнөнә (ҡояш байығанға тиклем) ергә тапшырырға, уны иҫкә алып йыназа уҡытырға тейештәр. Ерләүҙә лә тәртиптәр күп: өс тапҡыр тәһәрәт алыу, мәйет күлдәген кейҙереү, доға уҡыу, үҙенсәлекле итеп ҡәбер ҡаҙыу, ҡәберҙе тәртип менән күмеү (ләхет, ярма). Мосолмандар мәйетте табутһыҙ күмә. Башҡорттарҙың мәрхүмде иҫкә алғанда (өсөн, етеһен һ.б. уҡытҡанда), мәйетте ерләгәндә «Аят уҡыу» тигән йолаһы бар. Шулай уҡ яңы өйҙә йәшәй башлағанда ла, алыҫ юлға сыҡҡанда ла аят уҡыла.

Ҡунаҡсыллыҡ.
Башҡорттарҙың йомартлығы һәм ҡунаҡсыллығы үҙенсәлекле. Улар саҡырылған ҡунаҡтарға ла, саҡырылмай килгәндәренә лә берҙәй алсаҡлыҡ күрһәткәндәр. Саҡырылмаған ҡунаҡтарға башҡорттар айырыуса хөрмәт күрһәткәндәр. Уларҙың уйынса, өйгә инеүсе ҡиәфәтендә Хоҙай Тәғәлә үҙе, йә Уның тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәр булыуы мөмкин. Шуға ла, килеүсегә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтмәү, уны ҡундырып сығармау оло гөнаһ тип иҫәпләнгән. «Хоҙай ризығын шайтан ғына йәлләй», — тигән башҡорт мәҡәле лә бар. Ҡунаҡ килгәс, башҡорттар, иң яҡшы ризыҡтарынан өҫтәл әҙерләргә тотонғандар. Ҡунаҡҡа өс көн буйы хөрмәт күрһәтелгән. Башҡорт, һыйыры ҡыҫыр ҡалмаһын өсөн, өҫтәленә һөт аҙыҡтары ҡуйырға, үҙҙәре әҙерләгән һөт ризыҡтарын ҡунаҡтарына ашатырға тейеш. Ҡунаҡтарға аш алдынан, итле аштан һуң, ҡайтыр алдынан ҡулын йыуыу мотлаҡ һаналған. Ашарҙан алда ауыҙ сайҡауҙы ла тейешле тапҡандар. Хушлашҡанда ғәҙәти генә бүләктәр биреүҙе лә урынлы күргәндәр.

Ҡаҙ өмәһе.
Башҡорттарҙа һәр бер эште бергәләшеп-өмәләп эшләү йолаһы йәшәп килә. Ҡаҙ өмәһен, ҡар ятҡас, көҙ йәки ҡыш башында байрам иткәндәр. Өмәгә ҡыҙҙарҙы, йәш ҡатындарҙы (килендәрҙе) саҡырғандар. Ҡоштарҙың түшкәһен эшкәрткәс, уларҙы йылғала (йәки күлдә) сайҡағандар. Йылғаға барғанда “Ҡаҙ юлы”тигән йола үтәгәндәр — балалар, йөнөнән һыҙырып алынған ҡауырһындарҙы, юл буйына ырғыта барған, ҡатындар, киләһе йылға ла ҡаҙҙар күп булһын, ошо юлдан оҙон итеп теҙелешеп йөрөһөн, тигән теләктәр әйткәндәр. Байрамда йырҙар йырлағандар, парлап та, яңғыҙ ҙа бейеүҙәр башҡарғандар, таҡмаҡтар әйтешкәндәр. Сәй табынына ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ ултыртҡандар. Кисен байрам өҫтәленә ҡаҙ итенән аш, бешерелгән баш-тояҡтар, ҡаҙҙың эс-бауырҙарынан бәлештәр, буҙа, бал, сәк-сәк, бауырһаҡ, ҡоймаҡ ултыртҡандар.

Ҡарға бутҡаһы.
Ҡарға бутҡаһы байрамын үткәрер алдынан ҡыҙ-ҡырҡын, бисә –сәсә, әбей-һәбей йыйылып кәңәш-төйөш итәләр. Байрймды ҡайҙа, ҡайһы көн үткәреү, уға ҡайһы ауылдарҙан кемде саҡырыға һүҙ беркетәләр. Үткенерәк еткән ҡыҙҙарҙан, килендәрҙән саҡырыусылар һайлана. Ҡарға бутҡаһы – халыҡ байрамы. Әммә унда ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша ала. Бешерем-төшөрөм, бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү сығымдарын да бергәләп күтәрәләр. Ауыл буйлап бүләк, ярма, май йыйыусыларҙы алсабырҙар тип йөрөтәләр. Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һүҙе үтемсәк, үҙе күңелсәк, йыр, бейеү оҫтаһы булған әбейҙәрҙе һайлайҙар. Ауыл буйлап бүләк,ризыҡ йыйғанда, алсабырҙар сағыу-сағыу күлдәктәр кейеп, биҙәкле таяҡтар таянып, һамаҡлай-һамаҡлай йөрөйҙәр. Уларға бала-саға эйәрә. Улар шулай тип ҡысҡырыша;
Ҡарға әйтә: “Ҡар-ҡар,
Ҡарғатуйға бар,бар.
Ҡарғатуйға бармағандың
Күңеле булыр тар,тар,
Күңеле булыр тар,тар-
Ҡарғатуйға бар,бар.”

Ер һыҙыу.
Ҡар иреп, түбәләрҙә йәшел үлән,ағастарҙа бөрөләр тулыша башлағас, ауыл ҡарттары йыйылып тауға баралар. Унда ил йолаһы һабантуйҙы нисек, ҡайҙа, ниндәй ҡунаҡтарҙы саҡырышып, үткәреү тураһында кәңәш ҡоралар. Майҙан урыны билдәле булғас, утыҙ-ҡырҡ йәштәге ир ҡорона ингән уҙаманды ат саптырып, һабантуй урынына бағана ҡағырға һәм ер ҡаҙырға ҡушалар. Ололарҙың ышанысын үтәп, был кеше эйәргә арҡан, арҡан осона ҡамсы, аҡ йә ҡыҙыл төҫтәге йыртынды сепрәк бәйләп, байрам булаһы урынды билдәләп, бер нисә рәт, ғәҙәттә, өс әйләнеп сабып сыға. Быны “ер һыҙыу” йә “майҙан һалыу” тейҙәр. Һуңынан бер нисә ир майҙан уртаһына бағана ултырта. Ҡатын-ҡыҙҙар майҙанды биҙәй: ағастарға суҡ, таҫмалар бәйләй. Аҡһаҡалдар кәңәш ҡора. Улар ил хәлдәрен һөйләшеп, уйлашып бата әйтә, зыяратҡа барыу көнөн билдәләп ҡайталар.