Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

Йүкә ағасы башҡорттарҙа ҡиммәтле һәм изге ағастарҙан һаналған

#Рәсәйхалыҡтарыныңмәҙәнимираҫынһаҡлауйылы

Йүкә ағасы башҡорттарҙа ҡиммәтле һәм изге ағастарҙан һаналған. Билдәле булыуынса йүкә –әрһеҙ ағас. Ул төҙөлөш материалы булараҡ ҡулланылған. Йүкә ағасын һалабашҡа һалғандар. Йүкә ағасы яҙ көнө ашҡаяҡ (ҡабығы еңел ҡубыусан) була, шул саҡта ҡабығын һыҙырып аҡмай торған һыуға батыралар .4-5 аҙнанан һуң йүкә ҡабыҡтан ҡубыр кимәлгә еткәс, һыуҙан сығарып, йүкәһен урҙаларға эләләр…
Иглин районының Үктәй ауыл советына ҡараған ауылдарҙа йәшәгән халыҡ йүкә ағасынан лента һуҡҡандар. Ошо кәсеп күрше Нуриман районында ла киң танылған. Яҡтыкүл ауыл моделле китапханаһында ике райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре берләшәп лента һуғыу буйынса мастер-класс ойоштороп, тәжрибә менән уртаҡлашып алдыҡ әле. Һарт-Лабау ауылында йәшәүсе ағинәйебеҙ – Байтуллина Нәзирә бәләкәй саҡтан ошо кәсеп менән таныш. Элек станокты өйҙөң уртаһына ҡуялар ине. Ике ағас терәү ҡуяһың, уға ағас валёк беркетәһең, икенсе валёк стенаға ҡағыла. Ошо валёктарға септә ҡылыс аша үткән лентаның буй ебен бәйләйһең. Ағастан септә ҡылыс йәки тараҡ эшләйҙәр. Һәр бер тештең уртаһында тишек, шуның аша буй ебе үтә. Түбәгә ағас блок ҡағаһың, шул блок әйләнеп ҡылыс бер менә, бер төшә. Шул арала йүкәне энә менән лентаға үрер өсөн үткәреп өлгөрәһең. Лентаның ситтәрен һүтелмәҫ өсөн бәйләп бараһың. Киңлеге – 50 см, оҙонлоғо 100 метр. Бына шулай итеп лента һуғыла, тип бәйән итте Нәзирә инәйебеҙ. Беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алыусы Бикбаева Гөлсирә Фәнүр ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.