Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Иглин районының Иглин үҙәкләштерелгән
китапхана системаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Меңйетәр ауыл моделле китапханаһы – 18-се филиал
logo
Муниципальное бюджетное учреждение Иглинская централизованная библиотечная система муниципального района Иглинский район
Республики Башкортостан
Минзитаровская сельская модельная библиотека – филиал №18
452417, Республика Башкортостан, Иглинский район, село Минзитарово, улица Центральная, дом 50
тел. +7 (347-11) 1-11-11, факс: +7 (347-11) 1-11-11; e-mail: zalifahazieva@yandex.ru

Урманға экскурсия

Урамда октябрь, ә көҙ үҙенең йылы көндәре менән беҙҙе һаман да ҡыуандыра. Йыл һайын көҙ көнө балалар менән урманға экскурсияға барабыҙ. Бына, 13 октябрь, Меңйетәр ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәкәрҙәре менән берлектә балаларҙы йыйып көҙгө урманға сығырға ҡарар иттек. Экскурсия алдынан юл йөрөү, урманда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөк. Һәм бына беҙ урман аҡланында. Бында иҫ киткес матур. Балалар менән бергә һәр көн тирә-яҡ тәбиғәт күренешенең үҙгәреүен билдәләнек, матурлығына иғтибар иттек, хәрәкәтле уйындар уйнап алдыҡ. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып, ағастарҙан һап-һары япраҡтарҙың ҡойолғанын күҙәтеп, урман һауаһын кинәнеп һулап, тәнгә сихәт, йәнгә рәхәтлек йыйып ҡайтыр юлға сыҡтыҡ…
Көҙгө урман бигерәк матур
Алтын төҫөнә кергән.
Ҡойолған hары япраҡтар
Балаҫ булып түшәлгән.
Ағастар яланғас ҡалғас
Күк төҫкә кергән урман.
Безелдәмәй бөжәктәр ҙә
Ҡоштар тауышы тыңған.